-17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Сентябрь 2019, 11:01

«Минең бизнесым» үҙәге эшләй башланы

2019 йылдың 1 ғинуарына ҡарата республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә 140 566 субъект теркәлгән. Былтырғы кимәл менән сағыштырғанда, 956 берәмеккә күберәк. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә – 12-се, Волга буйы федераль округында 4-се урын биләй.

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм шәхси эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә «Торатау» конгресс-холында асылған «Минең бизнесым» үҙәге эшләй башланы. Ул эшҡыуарҙар өсөн берҙәм клиент офисы булып тора. Бында эшҡыуарға берҙәм тәҙрә режимында объект төҙөүгә, уны файҙаланыуға тапшырыуға һәм селтәргә тоташтырыуға рөхсәт алырға мөмкин. «Минең бизнесым» үҙәгенә мөрәжәғәт иткән һәр кем кесе һәм урта предприятиеға финанс ярҙамы, финанс планлаштырыуы, маркетинг оҙатыуы, мәғлүмәт һәм юридик оҙатыу мәсьәләләре буйынса консультация алыуҙан тыш, белемен дә арттырыра ала. Мәҫәлән, яңы эш башлаған эшҡыуарҙар өсөн ҡыҫҡа ваҡытлы белем биреү программалары, төрлө семинарҙар һәм тренингтар ойошторола.
Ошондай үҙәктәрҙе Сибайҙа, Салауатта һәм Нефтекамала ла асыу ҡарала.
#национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан