Республикала социаль өлкә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып ҡала. Быйыл “Демография” милли проекты сиктәрендә пенсия йәшенә етеп килгән граждандарҙы уҡытыу башланды. Йыл һайын хаҡлы ялға сығасаҡ, әле эшләп йөрөгән 1,5 мең кеше өҫтәмә белем аласаҡ. 2024 йылға тиклем барлығы 9 мең самаһы кешене уҡытыу ҡарала. Дөйөм йыллыҡ сығымдар күләме - 108,8 млн. һум. Сумманың 103,4 млн. һумы – федераль бюджеттан, 5,4 миллионы – республика иҫәбенән буласаҡ. Республика предприятиелары һәм ойошмалары пенсия йәшенә етеп килгән хеҙмәткәрҙәрен уҡытыуға субсидия алыу хоҡуғына эйә.