Белем көнөндә Күгәрсен районының Воскресенск ауылында 35 балаға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы асылды. Уны Өфө ҡалаһының 8-се төҙөлөш идаралығы эшселәре ҡыҫҡа ғына ваҡыт төҙөп ултыртты. Бында кескәйҙәрҙе төрлө яҡтан үҫтереү һәм хеҙмәткәрҙәргә эшләү өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Бинала кәрәкле йыһаздар, ҡорамалдар бар. Балаларға — иркен уйын, йоҡо бүлмәләре, музыка һәм физкультура залдары. Саф һауала уйнау өсөн резина япмалы майҙансыҡ эшләнгән.