-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Сентябрь 2019, 10:57

Ауылда – күсмә “Һаулыҡ ” автопоезы

“Һаулыҡ” милли проекты – 2019 – 2024 йылдарҙа тормошҡа ашырылыусы милли проекттарҙың иң мөһимдәренең береһе. Шул проектҡа ярашлы уҙғарылыусы “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы сиктәрендә байтаҡ райондарҙа “Һаулыҡ” автопоезы эшләй. Мәҫәлән, шундай автопоезд яңыраҡ Әлшәй районында Никифар һәм Гәйнәямаҡ ауылдары халҡының сәләмәтлеген тикшергән. Кешеләр күсмә “дауаханала” флюорография үткән, ЭКГ эшләткән, анализдар биргән, ҡан баҫымын үлсәткән. Уларҙы Раевка үҙәк район дауаханаһынан килгән терапевт, окулист, хирург, кардиолог, уролог, гинеколог, онколог ҡараған.

Ауылда йәшәүселәр өсөн ошондай күсмә автопоездар эшләүе бик уңайлы. Сөнки күптәргә, бигерәк тә өлкән йәштәгеләргә район үҙәге дауаханаһына барып, төрлө кабинеттарға сират тороуҙар һис кенә лә аяҡ тартмаған оло эш булып тора бит. Ә сирҙе иртә асыҡлауҙа табипҡа ваҡытында күренеүҙең ни тиклем мөһим икәнлеге барыбыҙға ла билдәле.
#национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: