+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Сентябрь 2019, 10:40

Башҡортостанда социаль әһәмиәтле объекттар тиҙлекле интернетҡа тоташтырыласаҡ

Был хаҡта республика дәүләт матбуғатының баш мөхәррирҙәре менән осрашыуҙа информатизация буйынса Дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Геннадий Разумикин белдерҙе.

Билдәле булыуынса, Президент Владимир Путиндың май Указдарына ярашлы, ”Һанлы иҡтисад” милли проекты буйынса республикала биш төбәк проекты тормошҡа ашырыла.Улар араһында “Мәғлүмәти инфраструктура” тигән проект төбәк өсөн бик әһәмиәтле. Уны тормошҡа ашырыу өсөн Рәсәйҙең һанлы үҫеш, элемтә һәм коммуникациялар министрлығы Башҡортостан биләмәләрендә социаль әһәмиәтле объекттарҙы интернетҡа тоташтырыу буйынса аукцион үткәрҙе. Еңеүсеһе итеп “Башинформсвязь” акционерҙар йәмғиәте билдәләнгән.
Уның ярҙамында тиҙлекле интернет ошоға тиклем булмаған, алыҫ ятҡан ауылдарға, мәктәптәргә, фельдшер –акушер пункттарына, полиция, янғын бүлектәренә, һайлау комиссияларына һәм башҡа социаль объекттарға киләсәк, ти белгестәр.
Социаль әһәмиәтле объекттарҙы интернетҡа тоташтырыу өсөн Башҡортостанға федераль бюджеттан 1,7 млрд һум аҡса бүленә. Килешеүгә ярашлы, өс йыл эсендә республикала социаль әһәмиәтле 2774 объект интернет селтәренә тоташтырыласаҡ.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас в