+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Сентябрь 2019, 10:52

Урман ултыртыу киң ҡолас ала

Республика Хөкүмәтенең аҙналыҡ кәңәшмәһендә “Экология” федераль милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған “Урмандарҙы һаҡлау” тәбәк программаһының үтәлеше тикшерелде. БР Урман хужалығы министры Марат Шәрәфүтдинов белдереүенсә, 2024 йылға тиклем тармаҡҡа финанс һалыуҙар 2,2 млрд. һум тәшкил итәсәк. Шуларҙың 900 млн. һумы – федераль бюджет сығымдары. Быйыл Башҡортостан үҙәктән 163 млн. һум алған. Был - Волга буйы федераль округта иң ҙур сумма.

Бөгөнгө көндә республикабыҙ йәшелләндереү һәм ағас ултыртыу буйынса Рәсәйҙә алдынғы төбәктәрҙең береһе. 2024 йылға тиклем урман хужалығы тармағы буйынса 380 миллион ағас үҫентеһе әҙерләү һәм ултыртыу ҡаралған. Быйыл эш 8,4 мең гектарҙа башҡарылған. План үтәлеше – 60 процент. Әле Урман хужалығы министрлығының предприятиеларында көҙгө ағас ултыртыу миҙгеленә ҡыҙ:ыу әҙерлек бара.
#национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: