Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ул объекттарҙы төҙөкләндереүҙең, Мәскәүҙәге, донъяның алдынғы ҡалаларындағы кеүек, яңы сифат стандарттары буйынса башҡарылыуын билдәләне. “Өфө парктар ҡалаһы буласаҡ, бының өсөн бөтә мөмкинлектәр бар”, – тине Радий Фәрит улы.