+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Сентябрь 2019, 10:55

Хирургия корпусы сафҡа инәсәк

Республикала “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Салауат ҡалаһында ҡала дауаханаһының яңы хирургия корпусын төҙөү әүҙем алып барыла. Ул киләһе йылда сафҡа инәсәк. Төҙөлөшкә 376 миллион һум аҡса бүленгән, шуның 167 миллион һумы ҡорамал һатып алыу һәм ҡуйыу өсөн тотонола.

Салауат ҡалаһының һаулыҡ һаҡлау системаһын артабан үҫтереү йәһәтенән ҡала хакимиәте республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә яҡынса хаҡы 1 миллиард һумлыҡ дауахана ҡаласығын төҙөү буйынса проект әҙерләй.
#национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Олег Яровиков фотоһы.
Читайте нас: