Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, электрохирургия блогы дауалауҙың яңыса хәүефһеҙ ысулын тәҡдим итә. Мәҫәлән, унда, дауалауҙың бер нисә юлын автоматик рәүештә көйләп була.
Операция ваҡытында инструмент пациентҡа ҡағылмауы ла мөмкин. Уның ярҙамында ҡан китеүҙе туҡтатырға һәм башҡа киҫкен хәлдәрҙә ярҙам күрһәтергә мөмкин. Белгестәр билдәләүенсә. электрохирургия блогы операцияларҙы һөҙөмтәлерәк, ышаныслыраҡ һәм хәүефһеҙерәк үткәрергә мөмкинлек бирә.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан