0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Август 2019, 10:56

Республиканың күп функциялы үҙәктәре дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр өлкәһендә яңы пилот проектын тормошҡа ашырҙы.

“Һанлы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә күп функциялы үҙәктәрҙә электрон хеҙмәт эшләй башланы.Ул Өфөнөң Яңы күпер, Аркада операция залдарында һәм шулай уҡ Ишембай, Күмертау ҡалаларының филиалдарында асылды. Учреждение хеҙмәткәрҙәре муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталында хеҙмәттәр буйынса консультация-кәңәштәр бирәсәк.

Республика күп функциялы үҙәктең директор урынбаҫары Рушана Ғәлимханова билдәләүенсә, мөрәжәғәт итеүселәр консультация ярҙамын әле үк ыңғай баһалаған.
”Һанлы иҡтисад” милли проектының бер йүнәлеше булған электрон хеҙмәт– кешегә хеҙмәт күрһәтеүҙе еңеләйтеүгә булышлыҡ итәсәк.
Августың икенсе яртыһында старт алған пилот проекты 2019 йылдың декабрь аҙағында тамамлана . Уның йомғаҡтары буйынса, был хеҙмәтте башҡа учержедениеларға таратыу ихтималлығы хәл ителәсәк.
#национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: