0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Август 2019, 11:05

Яңы уҡыу йылына әҙерлек һәм “Мәғариф” милли проекты

Яңы уҡыу йылын республика мәктәптәре тулы әҙерлек менән ҡаршылай. Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә сығыш яһап Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров:– Президент Владимир Путин раҫлаған милли проекттар – улар ысын мәғәнәһендә артабан үҫергә ышаныс бирә. Мәғариф системаһын үҫтереү беҙҙә айырым иғтибар үҙәгендә. Быйыл 21 мәктәп һәм 21 балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырабыҙ. Беҙҙең тарихта бындай хәл булманы. Республикалағы 500-ҙән артыҡ мәктәптең бәҙрәфтәре урамда ине. 1 сентябргә беҙҙә бындай мәктәптәр ҡалмаясаҡ. Төп талаптар – яңы мәктәптәр, балалар баҡсалары төҙөү, мәғариф учреждениеларының матди-техник базаһын яңыртыу, юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү, - тигәйне.

Милли проектҡа ярашлы, Башҡортостанда һәләтле балаларҙы һайлап алыу ярҙамында төрлө тармаҡтарҙа Рәсәй кимәлендә эшләгән “Сириус” һымаҡ уҡыу йорттары асыу ҡарала.
Мәктәптәрҙә уҡытыу-тәрбиә эштәрен бер сменаға күсереү эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыла. Ошо маҡсатта быйыл 6500 яңы уҡыуыу урындары булдырылды.
#национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: