«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә быйыл 376 миллион һумға 27 фельдшер-акушерлек пункты һатып алына, өҫтәүенә уларҙың яртыһы авария хәлендәге ФАП-тар урынына асыла. Республика адреслы инвестиция программаһы буйынса 2019-2020 йылдарҙа тағы 15 ФАП төҙөү күҙаллана. Һатыулашыу бюджет аҡсаһын экономияларға һәм шул рәүешле ҡалған аҡсаны биш өҫтәмә фельдшер-акушерлыҡ пункты һатып алыу өсөн тотонорға, шулай уҡ уларҙы кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырырға мөмкинлек бирҙе. Республикала бөтәһе 380 фельдшер-акушерлыҡ пункты яңыртыуға мохтаж, тип хәбәр иттә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.