+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Август 2019, 11:30

Президент ҡаты талаптар ҡуя

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен камиллаштырыуға арналған кәңәшмә һөҙөмтәһе буйынса, Владимир Путин яуаплы Хөкүмәт ағзаларына һәм дәүләт органдары етәкселәренә тармаҡтың тәүге звеноһы системаһын яңыртыу принциптарын ғәмәлгә индереү бурысын йөкмәтте.

Президент шулай уҡ төбәктәрҙә һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын модернизациялау йәһәтенән махсус программалар әҙерләргә ҡушты. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектар сиктәрендә 2021 йылға тиклем барлыҡ төбәктәрҙә лә һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһы тейешле стандарттарға яуап бирергә тейеш, тип билдәләне ил башлығы.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: