-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Август 2019, 10:58

«Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә

2019 йылда республикала «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә төрлө сығанаҡтарҙан 8,2 миллиард һум йүнәлтелгән. Аҡса 200 саҡрым самаһы юл ремонтлауға һәм төҙөүгә, шулай уҡ Өфөлә Дуҫлыҡ монументы янында Ағиҙел күперен һалыуға тотонола.

Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, 2019 йылда республикала милли проекты тормошҡа ашырыу барышында Өфө агломерацияһында федераль, урындағы һәм республика әһәмиәтендәге 80 саҡрымдан ашыу автомобиль юлы, Стәрлетамаҡ агломерацияһында 65 саҡрым самаһы юл норматив хәлгә килтерелә. Бөгөнгө көндә Кушнаренко — Саҡмағош — Баҡалы автомобиль юлы участкаларын төҙөкләндереү тамамланған.
Ремонттан тыш, реконструкция проектында юл билдәләре, светофорҙар ҡуйыу күҙ уңында тотола. Шулай уҡ күрһәтелгән участкаларҙа юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фото-, видеотеркәү комплекстары, автоматлаштырылған ауырлыҡ контроле пункттары урынлаштырыла.
Уҙған айҙа башланған Ағиҙел күпере төҙөлөшөнә милли проект сиктәрендә 618 миллион һум бүленгән.
Яңы күперҙең проектлаусыһы итеп Мәскәүҙең «Гипростроймост» компанияһы күрһәтелгән. Подрядсы — «Уралмостострой» йәмғиәте (Силәбе). Контракттың хаҡы — 3,46 миллиард һум.
#национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: