-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Август 2019, 11:25

Ярҙам алыусылар исемлеге киңәйә

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белдереүенсә, Башҡортостанда йөрәк сире менән яфаланыусыларҙың айырым категориялары йыл дауамында республика бюджеты аҡсаһы иҫәбенә дарыуҙар алыу хоҡуғына эйә.

Республика етәксеһе ҡарары менән граждандарҙың айырым төркөмдәренә һәм категорияларына бюджет аҡсаһы иҫәбенә социаль ярҙам сараларын күрһәтеүҙе ойоштороу тәртибенә үҙгәрештәр индерелде. Шул иҫәптән бушлай дарыуҙар алыу хоҡуғы биргән исемлеккә йөрәктең ишемия ауырыуына һәм мейе инфарктына дусар булыусылар ҙа индерелде. Был -“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын ғәмәлләштереүгә йүнәлтелгән сараларҙың береһе.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда ошондай диагнозлы 10,5 мең сирле йәшәй. Ҡарар үҫ көсөнә 2020 йылдың 1 ғинуарынан инә.
#национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: