Кәңәшмә барышында ойошмалар үҙҙәре өсөн бик күп файҙалы тәжрибә аласаҡ, тигән фекерҙә Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.
Милли проектҡа ярашлы, предприятиеларҙа хеҙмәт һөҙөмтәһен арттырыу , эшсе көстәрҙе камиллаштырыу, етештергән продукцияның конкурентлыҡ һәләттәрен күтәреү – муниципалитеттарҙа иҡдисадтың һәм һалымдар түләү базаһының үҫешенә булышлыҡ итәсәк, ти белгестәр.
Әле республиканың 60 предприятиеһы проектта ҡатнашыу хакында ғариза биргән. Уның шарты буйынса ойошманың килеме 400 миллион һумдан алып 30 миллиардҡа тиклем етеп, бизнестағы сит ил капиталының өлөшө 25 проценттан да артмаҫҡа тейеш. Башҡортостан ошо йүнәлештәге милли проектты тормошҡа ашырыу өсөн пилот төбәктәрҙең береһе булып тора.
#национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан