-17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Август 2019, 10:53

Республиканың мәшғүллек үҙәктәрен яңыртыу һәм хеҙмәткәрҙәрен уҡытыуҙы федераль ҡаҙна финанслаясаҡ.

Ил бюджетынан бүленгән тәүге 37,5 миллион һум һәм республика ҡаҙнаһынан бирелгән ике миллион һум аҡсалар Стәрлетамаҡтың көньяҡ-көнсығыш төбәк ара мәшғүллек үҙәген финанслауға йүнәлтеләсәк.Был аҡсалар ”Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм мәшғүллек үҙәктәренә ярҙам итеү” милли проекты сиктәрендә бүленә.

Стәрлетамаҡ – пилот проектында ҡатнашыусы беренсе муниципаль төбәк. Унда быйыл уҡ мәшғүллек үҙәге яңыртыласаҡ. Йыл аҙағына тиклем яңы модель үҙәктәр республиканың 16 төбәгендә барлыҡҡа киләсәк.
Пилот төбәктәрҙең вәкилдәре Мәскәү өлкәһенең “Минең карьерам” үҙәге өлгөһөндә яңыртылған үҙәктәрҙең эш тәжрибәһе менән танышты.
#национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан