+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Август 2019, 11:05

Республикала автомобиль юлдары нисек?

Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы республика халҡының автомобиль юлдары хаҡында фекере менән ҡыҙыҡһына. Контроль-иҫәп палатаһында белдереүҙәренсә, ведомство бындай һорауламаны тәүге тапҡыр үткәрә. Уның төп маҡсаты — республикала йәшәүселәрҙең төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге автомобиль юлдарының сифаты тураһында фекерен асыҡлау. Алынған мәғлүмәт “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә юл ремонты һәм төҙөлөшө эштәрен планлаштырыу өсөн бик тә мөһим.

Һораулама 2019 йылдың 18 авгусына тиклем Башҡортостан Республикаһы Контроль-иҫәп палатаһының рәсми сайтында үткәрелә.
#национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: