+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Август 2019, 11:08

Таҙартыу ҡоролмалары яңыртыласаҡ

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ федераль фонды Башҡортостандың Ишембайҙа таҙартыу ҡоролмаларын яңыртыуға ғаризаһын хупланы. Атап әйткәндә, тиҙҙән төбәккә 184 миллион һум федераль аҡса бүленәсәк. Эштәрҙе 2019 йылда башлап, 2021 йылда тамамлау күҙаллана. Проекттың дөйөм хаҡы 307,16 миллион һум тәшкил итә, шул иҫәптән Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фонды иҫәбенә – 184,3 миллион һум, Башҡортостан һәм проектта ҡатнашыусының аҡсаһы – 61,43-әр миллион һум.

Финанс сығымдар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы, «Экология» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә планлаштырылған.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: