Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин белдереүенсә, 2018 йылдың 1 октябренән төбәктең медицина учреждениеларына табиптарҙы йәлеп итеүҙең ыңғай динамикаһы күҙәтелә. Ошо осорҙа 240 һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәре, шул иҫәптән беренсел звенолағы медицина хеҙмәткәре эшкә урынлаштырылған. Шул уҡ ваҡытта әлегә Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тиҙ ярҙам хеҙмәткәрҙәре һаны кәмеүҙең кире тенденцияһын еңеп сыға алмай. 2019 йылдың 1 ғинуарынан ошо хеҙмәткә бер фельдшер эшкә урынлашҡан, ә 14-е унан киткән.