+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Август 2019, 10:57

Башҡортостан сеймал булмаған тауарҙар экспортын икеләтә арттырырға ниәтләй.

Йыл башынан алып республикала экспорт 14, 4 процентҡа артты. Республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, биш йыл эсендә урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡтағы экспортерҙар һаны ике тапҡырға үҫәсәк.

“Халыҡ ара кооперация һәм эскпорт” милли проектына ярашлы, республикала 5 проект тормошҡа ашырыла. Уларҙың икәүһе-“БР экспортты үҫтереү” һәм “БР экспорт хеҙмәтен үҫтереү” программаларын тормошҡа ашырыу республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетына йөкмәтелгән. Ведомство рәйесе Руслан Мирсаяпов билдәләүенсә, экспортҡа продукция ебәреүсе урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡтың транспорт сығымдарын субсидиялау, экспортты үҫтереүҙең төп йүнәлеше булып ҡала. Был сараларға төбәк бюджетынан 40 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған. Әле 7 миллион һумлыҡ компенсацияны туғыҙ предприятие алған.
Шулай уҡ республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, сит илдәрҙә Башҡортостан вәкиллектәре асыла. Йәй башында ошндай вәкиллек Австрияла эшләй башланы, сираттағыһы Төркиәлә көтөлә. Уның маҡсаты республикаға сит ил инвестицияларын йәлеп итеү һәм урында етештерелгән тауарҙарҙы тышҡы баҙарға сығарыу.
«БР экспорт хеҙмәтенең үҫеше” проекты сиктәрендә Башҡортостан 2024 йылдарға экспорт хеҙмәте күләмен 452 миллион долларға тиклем алып барып еткерергә иҫәп тота. 2024 йылдарға тиклем ил һәм республика бюджетынан был проектҡа 100 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк.
#национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: