-29 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Август 2019, 11:01

Торлаҡ төҙөлөшө 3,7 млн. квадрат метрға тиклем артасаҡ

11 августа иң тыныс һөнәр эйәләре – төҙөүселәр – үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Башҡортостан илдә үҙенең ҡеүәтле төҙөлөш комплексы менән дан тота. Тармаҡта 70 меңдән ашыу кеше эшләй. Республикала торлаҡ төҙөлөшө йылдам бара. Йыл һайын 2 млн. квадрат метрҙан ашыу йорт тапшырыла. Был – ил Президенты Владимир Путиндың башланғысы буйынса тормошҡа ашырылған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын ғәмәлләштереүгә тос өлөш. Кисә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Төҙөүселәр көнө айҡанлы дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһында, 2024 йылға республика 3,7 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөргә тейеш, тип белдерҙе.

“Беҙҙең алда бик ҙур эш тора. Ошо бурыстарҙы атҡарып сыға алыуыбыҙға һис шигем юҡ. Төҙөлөш блогына матур һәм сифатлы төҙөй башлағаны өсөн айырым рәхмәт. Райондар буйлап йөрөгәндә яңы мәктәптәр әллә ҡайҙан күренеп тора – матур, төрлө төҫтә, балаларға уҡырға барыуы ла күңелле. Кисә Дүртөйлөлә булып ҡайттым, һәйбәт поликлиника һалына, ноябрҙә файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Туймазыла ла поликлиника бик матур», - тине Радий Фәрит улы.
Төҙөүселәр көнө алдынан төбәктең төҙөлөш комплексында эшләгән 46 хеҙмәткәрҙең һөнәри ҡаҙаныштары ордендар, маҡтаулы билдәләр, почет грамоталары һәм исемдәр менән билдәләнде.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас в