+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Август 2019, 11:01

Милли проектар – һанлы технологиялар индерелә

Рәсәй Мәғариф министрлығы “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостан урта белем биреү уҡыу йорттары өсөн 8 федераль субцидия раҫлаған. Хупланған проекттар 2020­-2024 йылдарҙа тормошҡа ашырыласаҡ.

Милли проекттарға ярашлы, Башҡортостанда 3 йылда һанлы һәм гуманитар йүнәлештәге 133 үҙәк асыласаҡ, балалар өсөн 9 “IT-куб” һанлы мәғариф үҙәге эшләй башлаясаҡ.
Шулай уҡ Башҡортостанда милли проекттар ярҙамында 10 белем биреү учреждениеһының матди-техник базаһын нығытыуға, 690 мәктәптә һанлы технологиялар методикаһы индереүгә иҫәп тоталар.
#национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: