0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Август 2019, 10:56

Яңы быуат мәктәптәре асыла

Яңы уҡыу йылынан Өфөнөң 44-се һәм 162-се мәктәптәре үҙ ишектәрен полилингваль белем усаҡтары булараҡ асырға йыйына. Уларҙа уҡытыу рус, башҡорт, инглиз һәм башҡа телдәрҙә алып барыласаҡ. Балалар бер сменала уҡыясаҡ, ә төштән һуң улар өсөн телде өйрәнеү клубтары, спорт секциялары, төрлө түңәрәктәр эшләйәсәк.

Республикала полилингваль мәктәптәр селтәре булдырыла – телдәр тәрән өйрәнелеүсе заманса 14 мәктәп асыласаҡ.
Яңы быуат белем усаҡтары тип аталған полилингваль мәктәптәр асылыуы – “Мәғариф” милли проектына Башҡортостанда ҙур иғтибар бирелеүенә бер дәлил. Илебеҙ Президенты Владимир Путин Указына ярашлы ғәмәлгә ашырылыусы 12 милли проект араһында “Мәғариф” милли проекты айырыуса мөһимдәренең береһе булып тора.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: