+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Август 2019, 10:48

Башҡортостанда мобиль технопарктар эшләй башлаясаҡ

“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә 2020 – 2022 йылдарҙа республикала өс “Башҡортостан кванториумы” мобиль технопаркын булдырыу планлаштырыла. Мобиль технопарк юғары технологиялы ҡоролмалар менән йыһазландырылған пассажир микроавтобусынан һәм тағылма арбанан торған күсмә комплексты тәшкил итә.

Мобиль технопарк “Технология” фәне, тәбиғә-ғилми һәм техник йүнәлешле өҫтәлмә дөйөм үҫтереү программалары буйынса уҡытыуҙы бойомға ашыра. Унда педагогтар, инженерҙар һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр эшләй, балалар проекттарын тормошҡа ашырыуҙа дистанцион ярҙам итеү мөмкинлеге бар.
Техник профилле өҫтәлмә белем биреү учреждениелары булмаған ауылдарҙа йәшәгән балалар республика ҡаҙнаһы иҫәбенә өҫтәлмә белем алыуға мөмкинлек аласаҡ. Йылына меңдән ашыу уҡыусы технология дәрестәрендә һәм техник ижад буйынса уҡыуҙарҙа инновацион юғары технологиялы ҡоролмаларҙа белем аласаҡ. Өс меңдән ашыу бала “Башҡортостан кванториумы” мобиль технопаркы ҡатнашлығында үткәрелгән сараларға йәлеп ителәсәк. Мобиль технопарк ярҙамында шулай уҡ республиканың алыҫ райондарында йәшәгән балалар менән күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре, тематик байрамдар һәм башҡа саралар уҙғарыласаҡ.
“Мәғариф” милли проектына ярашлы, Башҡортостанда 2024 йылда 5 – 18 йәшлек балаларҙың 80 проценты түңәрәктәрҙә һәм секцияларҙа шөғөлләнәсәк.
#национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: