+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Август 2019, 11:14

Башҡортостанға янғын һүндереү техникаһын алыуға 34,5 миллион һумға күберәк аҡса бүленәсәк

”Экология” милли проекты сиктәрендә, быйыл урман янғындарын һүндереү техникаларын алыуға республикаға 44 миллион һум аҡса йүнәлтелә.

Был аҡсаларға автоцистерналар, күсмә авторемонтлау оҫтаханаһы, урман һүндереүсе трактор, йәмғеһе 15 берәмек техника алыу күҙ уңында тотола. Йыл аҙағына тиклем янғын һүндереү техникалары менән тәьминиәт 87 процентҡа тиклем еткереләсәк. Ә 2024 йылдарға был һан 100 процентҡа етергә тейеш.
Милли проектҡа ярашлы, аҡсалар урмандарҙы һаҡлауға ла бүленәсәк. 2024 йылдарға ҡырҡылған һәм юк ителгән урмандарҙы 100 процент ҡайтанан тергеҙеү планлаштырыла. Был майҙандар 1,55 миллион гектарға тиклем арттырыла. Шул уҡ ваҡытта янғындарҙан килгән зыян да өс тапҡырға кәмергә тейеш тип фаразлана.
#национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: