Грант аҡсалары миҙгелле эшләгән лагерҙарҙа уҡыусылар өсөн математика, информатика, һанлы технологиялар йүнәлештәре буйынса тематик сменалар үткәреү өсөн тотоноласаҡ.
Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәр буйынса, 11,8 миллион һумлыҡ грант бүлеү тураһындағы килешеүгә 2019 йылдың 31 июлендә ҡул ҡуйылған.
#национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан