+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Август 2019, 11:10

Педагогия кадрҙарына ҡытлыҡты кәметеү маҡсатында

Башҡортостанда 1500-ҙән ашыу мәктәп уҡытыусыһы етмәй, тәү сиратта, сит тел, математика, рус теле һәм әҙәбиәт, физика, химия һәм биология уҡытыусылары. «Йылдан-йыл кадрҙарға ҡытлыҡ көсәйәсәк кенә, — ти М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов. - Бер-ике йылдан мәктәптәргә тыуым ҡапыл артҡан йылдарҙа тыуған балалар киләсәк. Уҡыусылар һаны кинәт 60 мең балаға артасаҡ. Тимәк башланғыс класс уҡытыусылары талап итәсәк, ә улар әле лә етмәй, һуңынан урта звено уҡытыусыларына ла һорау артасаҡ. Өҫтәүенә, бөгөн һәр дүртенсе уҡытыусы – йәше буйынса пенсионер».

25 йәшкә тиклемге йәш уҡытыусыларҙың өлөшө ни бары 3% тәшкил итә, иң күп уҡытыусылар төркөмө – 51% – 40-54 йәштәр төркөмөндә.
Кадрҙарға ҡытлыҡ айырыуса Өфөлә, Октябрьскийҙа, Стәрлетамаҡта, Благовещен һәм Стәрлетамаҡ райондарында һиҙелә.
“Мәғариф” милли проект сиктәрендә уҡытыусыға маҡсатлы уҡытыу индереү күҙаллана. Быға бюджетҡа сығымдар 2020 йылда - 26 миллион, 2024 йылда 130 миллион һумға тиклем тәшкил итәсәк. Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамалаусылар мәктәптәрҙә мотлаҡ рәүештә кәмендә өс йыл эшләү шарты менән эш урыны менән тәьмин ителәсәк.
Ауылда уҡытыусылар етмәү мәсьәләһен хәл итеү юлдарының береһе — «Ауыл табибы»на оҡшаш, «Ауыл уҡытыусыһы» программаһын тормошҡа ашырыу. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 июлдән Радий Хәбиров ауыл ерендә эшләүсе йәш уҡытыусыларға гранттарҙы раҫланы. Улар һәр ҡайһыһы 600 мең һум күләмендә 100 грантҡа дәғүә итә ала. Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы уларҙы, программаны популярлаштырып, алдағы мәғариф буйынса Республика август кәңәшмәһендә тапшырырға тәҡдим итте.
#национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: