Балалар баҡсаһына булған сираттарҙы кәметеү өсөн республика 1,4 млрд һумлыҡ федераль субсидия аласаҡ. Был аҡсаға 1 400 урынлыҡ заманса ете балалар баҡсаһын төҙөү күҙаллана. Ниһайәт, йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн киләһе йылда 175,5 миллион һум аҡса бүленәсәк.