+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Август 2019, 10:49

Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта юлдар яҡшыра

Баш ҡалабыҙ Өфөлә һәм әһәмиәте буйынса республикала икенсе урында торған Стәрлетамаҡ ҡалаһында юл төҙөлөшө киң йәйелә. Юл объекттары төҙөлөшөнә «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә 670 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән, республика бюджетынан 91,5 миллион һум бүленгән.

Өфөлә Глумилин биҫтәһендә — Рудольф Нуриев, Сипайловола – Глумилин, Затонда Летчиков урамдарының дауамында юлдар һалына.
Стәрлетамаҡта Көнбайыш биҫтәһендә Төҙөүселәрҙән Магистралгә тиклем Октябрь проспектындағы юлды; Ҡаранай Моратов урамынан Раевка трактына сығыу менән 3-сө урам буйынса юлды; Төҙөүселәрҙән Магистралгә тиклем участкала Октябрь проспектында бульварҙы төҙөйҙәр.
Контрактҡа ярашлы, эштәр ағымдағы йыл аҙағына тамамланырға тейеш.
#национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: