+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
31 Июль 2019, 10:47

Республиканың Әхмәт Зәки Вәлиди исемендәге китапханаһы тарихи 600 китапты һанлы форматҡа күсерәсәк

«Мәҙәниәт» милли проектына ҡараған «Һанлы мәҙәниәт» йүнәлеше сиктәрендә республиканың Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһы 2024 йылдарға тиклем тарихи 600 китапты һанлы форматҡа күсерергә тейеш. Башҡортостан мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте билдәләүенсә, йыл һайын 100 дана китап яңы фортматҡа күсереләсәк.

Быйыл «Тарихи китаптар» бүлегендә XX быуат башында баҫылған крайҙы өйрәнеүсе 100 китап электрон китапханаға индереләсәк. Бынан тыш башҡорт яҙыусылары Мәжит Ғафури, Шәйехзада Бабич, Дауыт Юлтый һәм башҡаларҙың тәүгә баҫылған әҫәрҙәре менән 50 китап һанлы форматта күсә.
Китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк осрай торған китаптар бүлегендә 20 мең баҫма һаҡлана. Уларҙың күбеһе ғәрәп һәм латин графикаларында донъя күргән.
Президент Владимир Путиндың Указына ярашлы “Мәҙәниәт” милли проекты өс бүлектән тора. Уның эсендә “Мәҙәни мөхит”, “Ижад кешеләре” һәм “Һанлы мәҙәниәт” проекттарын тормошҡа ашырыуға ҡаҙнанан 113,5 млрд һум аҡса бүлеү күҙ уңында тотола. Был сумманың 10,7 млрд һумы - федераль, 3,8 млрды - республика бюджетынан йүнәлтелә.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: