-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
31 Июль 2019, 10:39

Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү һәм мәшғүллеккә ярҙам

“Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү” милли проекты Башҡортостанда 2017 йылдан алып эшләй. Ул әлегә Рәсәйҙең 7 төбәгендә пилотлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Республикала ошо йүнәлештә Региональ компетенциялар үҙәге эшләй. Уның төп маҡсаты – предприятиеларҙа “һаҡсыл етештереү” принциптарын индереү. Йыл һайын был ысул төбәктең 12-16 предприятиеһында бойомға ашып, уларҙың һәр береһендә кәмендә 10-12 кеше уҡытылырға тейеш.
“Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү” милли проектына ярашлы, федераль бюджеттан аҡса бүлеү ҙә ҡаралған. Республикаға быйыл ошо йүнәлешкә 112,5 млн. һум биреләсәк. Шулай уҡ был программа буйынса эшләгән предприятиелар льготалы займдар алыу хоҡуғына эйә. Бәләкәй һәм эре эшҡыуарлыҡ субъекттары йылына 1% менән 300 млн. һумға тиклем аҡса алырға мөмкин. Бөгөнгө көндә Башҡортостанда был милли проект 28 предприятиела тормошҡа ашырыла, тағы 13 менән ошо арала килешеүҙәргә ҡул ҡуйыласаҡ, 25 предприятие менән һөйләшеүҙәр алып барыла.
Рәсәйҙә беренсе һөҙөмтәләр бар: предприятиеларҙа “һаҡсыл етештереү” ысулын индереү хеҙмәт етештереүсәнлеген уртаса 34 процентҡа тиклем күтәрергә ярҙам иткән, ти Федераль компетенциялар үҙәге белгестәре.
#национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: