-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Июль 2019, 10:46

Кешеләрҙе авария хәлендәге йорттарҙан күсереү һәм социаль торлаҡ төҙөлөшө әүҙемләшәсәк

«Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты кешеләрҙе авария хәлендәге фатирҙарҙан күсереү, йәштәрҙе льготалы ипотека менән тәьмин итеү, торлаҡ төҙөлөшө һәм ҡала мөхитен төҙөүҙе күҙ уңында тота. Проект буйынса, республикала яңы йорттар төҙөлөшө йылына 3,7 миллион квадрат метрға тиклем үҫергә тейеш. Әле был күрһәткес күпкә аҙыраҡ.

Ошо арауыҡта социаль торлаҡ төҙөлөшөнә иғтибар артасаҡ. Милли проект тормошҡа ашырыла башлағандан алып 1 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән.
Бөгөн авария хәлендәге йорттарҙа 1290 кеше йәшәй.Уларҙы күсереү өсөн 3 млрд һумдан ашыу аҡса талап ителә.
Льготалы программа буйынса торлаҡ алыусылар һаны ике тапҡырға артасаҡ. 2024 йылдарға ошо программа ярашлы 7,8 мең ипотека кредиты биреү күҙ уңында тотола. Ипотека ставкаһы 5,5 процентҡа тиклем кәмейәсәк
Ҡала мөхите программаһы буйынса, республиканың 13 ҡалаһында уңайлы мөхит булдырыласаҡ. Быйыл “Бәләкәй ҡалалар һәм тарихи биләмәләр” Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостандың өс ҡалаһы парктарҙы төҙөкләндереү өсөн грант отҡан. 245 миллион һум аҡса Бәләбәй, Бөрө һәм Ишембай ҡалаларына бүленә.
Барлығы республика ҡалаларында 142 йәмәғәт урыны төҙөкләндереләсәк. Был иһә парктар, скверҙар, үҙәк майҙандар һәм башҡа ял итеү урындары. Бының өсөн республика ҡаҙнаһынан 1,4 млрд һум аҡса бүленәсәк.
#национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: