Башҡортостанда проектты финанслау күләме 2019-2024 йылдарҙа 4,9 миллиард һумдан ашыу тәшкил итәсәк. Республика буйынса 13 онкологик амбулатор ярҙам үҙәге асыу күҙаллана. Өфө, Октябрьский, Нефтекама һәм Күмертау ҡалаларында бындай үҙәктәр эшләй башланы ла инде.
«2020 йылда Республика клиник онкология диспансерында яңы палаталар корпусын файҙаланыуға тапшырыу күҙалланған. Унда ауыр медицина ҡорамалдарын ҡуйыу өсөн бүлмәләр әҙерләнә. 2019 йылдың сентябрендә юғары технологик нур терапияһы алымдарын уҙғарыу өсөн өс һыҙатлы тиҙләткесте сафҡа индереү ҡаралған. 2019 йылда компьютер томографын ҡуллана башлау көтөү ваҡытын ҡыҫҡартыу иҫәбенә махсуслаштырылған ярҙам мөмкинлеген арттырасаҡ», — тип хәбәр итте министр вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин.
Министрлыҡ яғынан яман шеш формаларын иртә асыҡлауға айырым иғтибар бүленә. Билдәле булыуынса, Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров күрһәтмәһенә ярашлы, яман шеште асыҡлаған айырым медицина хеҙмәткәрҙәре нә премия биреү ҡарала. 2019 йылда республика биләмәһендә диспансеризация сиктәрендә колоректаль шеш скринингы уҙғарыла. Скринингтың икенсе этабы (колоноскопия) 2500-ҙән ашыу кешелә башҡарылған, 787 шеш алды ауырыуы һәм 111 яман шеш асыҡланған, уларҙың күпселеге иртә стадияла.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан