Төбәк экология министрлығы хәбәр итеүенсә, республикала йыл һайын ике тонна ҡалдыҡ барлыҡҡа килә. “Ҡалдыҡтарҙың интерактив картаһы” селтәре ресурсында 582 проблемалы объект билдәләнгән. Республика законһыҙ ҡалдыҡтарҙы юҡ итеү буйынса төбәктәр рейтингында 74 урында тора.
Рәсәйҙә ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса күҙәтеү федераль хеҙмәте биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда,республика халҡының 80 проценты хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәгән һыу ҡуллана.
Милли проектҡа ярашлы, киләһе өс йылға Башҡортостан тәүге тапҡыр һыу сифатын яҡшыртыу һәм һыу тәьминиәте объекттарын яңыртыуға 1,1млрд һум аҡса аласаҡ.
#национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан