+5 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Июль 2019, 10:54

Австрияға продукция экспортлау мөмкинлектәре киңәйә

Ноябрь аҙағында Австрияла Башҡортостандын рәсми презентацияһы үтәсәк, тип хәбәр итә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы. “Халыҡ-ара корпорация һәм экспорт” федераль милли проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә, Австрияла Башҡортостандың экспорт һәм инвестициялар мөмкинлеге күрһәтеләсәк. Рәсми делегация составында ҡатнашыу өсөн компаниялар саҡырыла. Бының өсөн уларға 31 июлгә тиклем ҡатнашыу ризалығын бирергә һәм Австрияның эшлекле даирәһе менән хеҙмәттәшлек итеүгә аныҡ тәҡдимдәр индерергә кәрәк.

Быйыл июнь айы уртаһында Венала Австрия Республикаһында Башҡортостан Республикаһы көндәре үткәйне. Был илдә хәҙер республикабыҙ вәкиллеге эшләй. Ул Венаның эшлекле үҙәгендә урынлашҡан. Вәкиллек Австрияла Башҡортостанды күрһәтәсәк, ике республиканы иҡтисад, мәҙәниәт һәм башҡа өлкәләрҙә бәйләйәсәк, башҡорт продукцияһы менән сауҙала ярҙам итәсәк, бизнес миссиялары, конгресс-күргәҙмә һәм мәҙәниәт сараларын ойошторасаҡ.
#национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: