-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Июль 2019, 10:45

Мәғариф системаһын етди үҙгәрештәр көтә

Заманса мәктәптәр,киләсәк уҡытыусыһы һәм һәр баланың уңышына республика алдағы алты йылда 17,3 млрд. һум аҡса аласаҡ.Шуның 4,9 млрд һумы быйыл көтөлә.

Финанстарҙың 645 миллионы ҡала һәм ауылдарҙа мәктәптәр төҙөлөшөнә, уларҙың матди-техник базаларын яңыртыуға йүнәлтелә.
Ике йыл эсендә 49 мәктәпте асыу һәм ремонтлау күҙаллана. Заманса ике мәктәп киләһе йылдың сентябренә Дыуан районында сафҡа инәсәк.
2024 йылдарға мәғариф учреждениеларында ике сменалы уҡыу тигән төшөнсә юҡҡа сығасаҡ. 1 225 урынға иҫәпләнгән өр- яңы, дүрт ҡатлы мәктәп Өфө районының «Миловский парк” комплексында һалынасаҡ .Шулай уҡ 1000 урынлыҡ белем усағы Өфөнөң Дим районында, 1 650 урынға иҫәпләнгән мәктәп-Инорс биҫтәһендә һәм яңы мәғариф учреждениеһы башҡаланың “Яркий” комплексында төҙөләсәк.
Федераль милли проекттар һәм Республика адреслы инвестпрограмамаһына ярашлы, шулай уҡ Булгаково ҡасабаһындағы 850 урынлыҡ мәктәп, Жуковола-375 урынға иҫәпләнгән белем усағы, Чесноковкала һәм Иглин ҡасабаһында 640 урынлыҡ мәктәптәр төҙөлөшө индерелгән.
#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы фотоһы
Читайте нас: