+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Июль 2019, 11:42

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә белгестәр йәлеп итеү дауам итәсәк

«Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, республика “Земский доктор” программаһына 62 миллион һум аҡса аласаҡ. Республика бюджеты ошо финанстарға өҫтәмә 50 миллион һум аҡса йүнәлтеүҙе күҙ уңында тота. Был иһә медицина үҙәктәренә тағы ла 50 белгес йәлеп итеү мөмкинлеге.

Тағы ла 125 миллион һум аҡса ҡытлыҡ булған медицина кадрҙарын дәртләндереү өсөн тотонола.
Республика башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров билдәләүенсә,әлегә медицина белгестәре менән хәл киҫкен тора. Бөгөн биш мең балаға бер педиатр тура килә.
Төбәк һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала медицина кадрҙарына иғтияж 1 мең 682 кеше менән иҫәпләнә. Ауыл биләмәләрендә иһә 386 белгес талап ителә. Унда педиатр һәм терапевт етешмәй.

Гөлнур Ишбулатова әҙерләне

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: