+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Июль 2019, 11:44

Физик культура һәм спорт объекттарын төҙөүгә иғтибар арта

«Демография» милли проектына ярашлы, 2024 йылдарға спорт менән даими шөғөлләнгән кешеләр һанын 55 процентҡа еткереү ҡаралған. Милли проекттың «Спорт-йәшәү рәүеше» төбәк программаһы сиктәрендә быйыл республикала спорт объекттарын төҙөү, хоккей коробкаларын ,футбол майҙансыҡтарын яңыртыу, спорт мәктәптәрен махсус инвентарҙәр менән байытыу күҙалланған.

Бынан тыш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса спортты үҫтереүгә арналған сараларҙы тормошҡа ашырыу һәм «Йөҙөү – барыһы өсөн» тигән ведомство-ара программаны үтәү маҡсатында барлыҡ муниципаль райондарҙа ла бассейндар төҙөлөргә тейеш. Башҡортостандың йәштәр һәм спорт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, республиканың 16 төбәгендә әле йөҙөү бассейндары юҡ. Быйыл Башҡортостанда алты бассейн – Әлшәй, Көйөргәҙе, Федоровка, Хәйбулла һәм Шаран райондарында сафҡа индереү күҙаллана. Йәйге халыҡ ара балалар уйындарына Өфөнөң Ҡамышлы урамында урынлашҡан спорт әҙерлеге үҙәгендә 500 урынлыҡ бассейн үҙ ишектәрен асты.Шулай уҡ Калинин районында ла яңы объект спорт яратыусыларҙы көтөп ҡала.

Башинформ мәғлүмәт агентлығына таянып Гөлнур ИШБУЛАТОВА әҙерләне.

Фото: «Башинформ».

Читайте нас: