Башҡортостанда бөтәһе 800 экспорт йүнәлешле компания эшләй, уларҙың 650-һе – кесе һәм урта предприятиелар. Экспорттың 90 проценты иһә 20 эре тауар етештереүселәргә тура килә.
«Беҙҙең бөгөнгә бурысыбыҙ – ҙур булмаған предприятиеларға, уларҙың өлөшөн үҫтерергә ярҙам итеү», — тине Радий Хәбиров. Ул шулай уҡ Башҡортостандың «Төбәк эксперт стандарты 2.0» индерелгән 11 пилот төбәк араһында булыуының әһәмиәтен билдәләне. «Ул беҙгә башҡа тәбәктәрҙә булмаған яңы инструменттар бирә», — тине республика етәксеһе. «Беҙ продукцияны, шул иҫәптән пилот тауарҙарҙы экспортҡа сығарыуға тотонолған сығымдарҙың бер өлөшөн субсидиялай башланыҡ. Шулай уҡ Башҡортостан тауарҙарҙы сертификациялау сығымдарының бер өлөшөн компенсациялауға субсидиялар бирелә», — тип хәбәр итте Радий Хәбиров.
«Башҡортостан яҡшы өлгө – төбәк эксперт стандартын тормошҡа ашырыу буйынса пилот проектҡа инде. Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн бөтә саралар һәм ҡоралдар ҡулланыла, ошо тырышлыҡ үҙ һөҙөмтәләрен бирә», — тине «Рәсәй экспорт үҙәге» акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Андрей Слепнев үҙ сығышында.
Икенсе «Экспортлау ваҡыты» халыҡ-ара экспорт форумы «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты сиктәрендә уҙғарыла. Ул төрлө илдәрҙән 300-ҙән ашыу ҡатнашыусыны йыйҙы, уның майҙансыҡтарында милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу, онлайн-сауҙа мәсьәләләрен өйрәнеү күҙаллана.