Төбәк һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәксеһе докладына ярашлы, бөгөн республика халҡын 558 «ашығыс ярҙам» машинаһы хеҙмәтләндерә. Уларҙың 57,9% өс йылдан кәмерәк эшләһә, 9,3% — өс йылдан биш йылғаса, 32,8% — биш йылдан күберәк хеҙмәт итә.
Максим Забелин, Башҡортостан тағы ла 167 берәмек «B» һәм 30 берәмек «С» категориялы транспортҡа мохтаж, тип белдерҙе.