Ул 1756 йылда баҡыр иретеү заводы булараҡ төҙөлгән. Етештергән продукцияһы нефть һәм газ сығарыу, нефть эшкәртеү, энергетика тармаҡтарында киң ҡулланыла, шулай уҡ сит илдәргә оҙатыла.
Йыл аҙағына тиклем республиканың барлығы 50 ойошмаһы ошо милли проектта ҡатнашасаҡ, тип күҙ уңында тотола. Сәнәғәт, ауыл хужалығы, төҙөлөш тармаҡтарында эшләүсе утыҙға яҡын ойошма уға йәлеп ителгән дә инде.
Ил Президенты Владимир Путин Указына ярашлы, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм халыҡ мәшғүллеге” милли проекты 2024 йылға тиклем тормошҡа ашырыласаҡ.