Был юлы “Изге ҡулдар” балалар һәм ауырыуҙарҙы ҡараусылар агентлығы хеҙмәткәрҙәре белемен камиллаштырҙы. Наталья Радионова асҡан, егерме йыллыҡ тарихҡа эйә был агентлыҡ күптәргә таныш. Тәрбиә һәм хәстәрлеккә можтаждарға ярҙамға уның хеҙмәткәрҙәре килә.
Өс айға иҫәпләнгән программа “Бала ҡараусы (Няня)” һәм “Тәрбиә эшендә белгес” һөнәри стандарттарына ярашлы алып барылды. Мәшғүл атай-әсәйҙәрҙең алыштырғыһыҙ ярҙамсылары баланы рухи, интеллектуаль һәм физик яҡтан үҫтереүҙең заманса методикаларын өйрәнде, ғаилә эшмәкәрлегенең үҙенсәлектәрен аңларға һәм үҙ хоҡуҡтары һәм бурыстарын белеп, әҙәпле һөйләшеүҙәр алып барырға өйрәнделәр, шулай уҡ төрлө йәштәге балалар менән эшләү оҫталығын арттырҙы. Лекцияларҙы һәм тренингтарҙы исемдәре сит илдәргә лә билдәле булған бизнес-тренерҙар Илдар Килмәтов, Ғабдулла Хәмитов, ғаилә психологтары Сергей Жаданов, Евгения Лялина, уйын практикаһы буйынса тренер Флүрә Тереғолова һәм башҡа белгестәр алып барҙы.
Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы буйынса алты йылға иҫәпләнгән “Демография” милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда йыл һайын 1,5 мең самаһы гражданды уҡытыу планлаштырыла. Был маҡсатта һәр йыл федераль һәм төбәк ҡаҙнаһынан 108,8 миллион һум аҡса бүленәсәк. Әлеге мәлдә республикала мәшғүллек үҙәктәре 46 предприятие менән дөйөм суммаһы 70 миллион тәшкил иткән килешеү төҙөгән, тип белдерә БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.