Аҙна башында эштәр Зәйнәб Биишева урамында башланды. Әле юлсылар бордюрҙарҙы алмаштырыу менән мәшғүл. Артабан иҫке асфалтты ҡырып алып, яңыһын һала башлаясаҡтар. Дөйөм эштәргә шулай уҡ йәйәүлеләр өсөн юлдар һалыу, газондар сәсеү, термопластиктан юл һыҙаты билдәләрен һалыу, знактар ҡуйыу инә.