-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Июль 2019, 11:18

“Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн

Республикабыҙҙың бәләкәй ҡалаларында һәм ауыл ерендә урынлашҡан 133 мәктәптә “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә төп һәм өҫтәлмә дөйөм белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу өсөн материаль-техник база булдырыласаҡ.

63 мәктәптә цифрлаштырылған белем биреү мөхитенең маҡсатлы моделе индереләсәк. Ауыл ерендәге 46 мәктәптә физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыла. Тик адаптациялы дөйөм белем биреү программалары буйынса белем биреү эшмәкәрлеге алып барған 12 ойошманың материаль-техник базаһы яңыртыласаҡ. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының төбәк модель өҫтәлмә белем биреү үҙәге һәм балалар һәм йәштәрҙең һәләттәрен һәм таланттарын асыу, ярҙам итеү һәм үҫтереү буйынса төбәк үҙәге булдырыу планлаштырылған.

“Мәғариф” милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы буйынса алты йылға иҫәпләнгән.

Читайте нас: