Шуны ла өҫтәргә кәрәк: 2018 йылдың 1 октябренән 2024 йылдың 31 декабренә тиклемге ваҡыт арауығы Рәсәйҙә милли федераль проекттарҙы ғәмәлләштереү осоро булып тора. Ил башлығы Владимир Путин ҡул ҡуйған Указда шулай уҡ “Фән” милли проекты ла бар, һәм атап үтелгән гранттар уның сиктәрендә булдырылған.
Бөгөнгө көндә Рәсәй халыҡ-ара мәғлүмәттәр базаһында ғилми мәҡәләләр һаны буйынса – 11-се, фәнни тикшеренеүҙәр һәм эҙләнеүҙәр сығымы буйынса – 8-се (1 триллион һум самаһы), ғалимдар һаны буйынса 4-се (365 мең кеше) урында тора. Алты йылдан илебеҙ ошо күрһәткестәр буйынса иң алдынға 5 ил исемлегенә инергә, өлкәне финанслауҙы 50 процентҡа арттырырға тейеш.