Рәсәй Президенты Владимир Путин етәкселегендә үткәрелгән Хөкүмәт ултырышында Рәсәй иҡтисадын һәм юғары технологияларҙы үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды. Ултырыш эшендә Хөкүмәттең беренсе вице-премьеры, финанс министры Антон Силуанов, иҡтисади үҫеш министры Максим Орешкин, Рәсәй Үҙәк банкы етәксеһе Эльвира Нәбиуллина һәм дәүләт корпорациялары менеджерҙары ҡатнашты.