Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы буйынса алты йылға иҫәпләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты халыҡ араһында эшҡыуарҙың ыңғай образын булдырыуға, граждандарҙы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итеүгә, яңы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән. Ул биш өлөштән тора: эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу; бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү; бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү; фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү; эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу.