+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Июль 2019, 11:19

6 процентлы ипотека һеҙгә тейешме?

Йәш ғаиләләр тормоштарын көйләп ебәрер өсөн беренсе сиратта торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә ынтыла. Тап улар өсөн тәғәйен ҡабул ителгән яңы дәүләт программаһы хаҡында бөтәһе лә беләме икән? 2018 йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың 31 декабренә тиклем икенсе йәки өсөнсө балалары тыуған ғаиләләр дәүләт субсидиялары иҫәбенә льготалы – 6 процентлы ипотека алырға хоҡуҡлы.

Был программаның төп шарттарын атап үтәйек:
икенсе йәки өсөнсө баланың 2018 йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың 31 декабренә тиклем тыуған булыуы мөһим;
  • ипотека алыусы 21 йәштән өлкәнерәк булырға тейеш. Бурысты түләп бөткәндә уның йәше 65-тән артмауы зарур;
  • һуңғы хеҙмәт урынында кәмендә 6 ай эшләү талап ителә;
  • алырға йыйынған торлаҡтың беренсел баҙарҙан булыуы мотлаҡ;
  • һайлаған банктың ошо дәүләт программаһы партнеры булыуы кәрәк;
  • тәүге взнос итеп фатир хаҡының кәмендә20 процентын түләргә тура киләсәк.
    Партнер банктарҙың күбеһе тәүге взнос итеп әсәлек капиталын ҡабул итә. Шуныһын да иҫтә тоторға кәрәк: фатирҙы тик юридик шәхестән алырға мөмкин.
    “Демография” милли проектында йәш ғаиләләргә дәүләт субсидиялауы программаһына ярашлы льготалы процент буйынса ипотека кредиты биреү хаҡында айырым билдәләп үтелә. Был программа, һис шикһеҙ, бик күп йәштәргә алдарында торған иң мөһим мәсьәләне хәл итергә – торлаҡлы булырға ярҙам итәсәк.

    Читайте нас: