-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Июль 2019, 11:22

Пенсия алдынан яңы һөнәргә уҡыу

Башҡортостан хөкүмәте пенсия йәшенә етеп килгән хеҙмәткәрҙәрен яңы һөнәргә уҡытырға теләгән ойошмаларға дәүләт субсидияһы биреү тураһындағы тәртипте раҫланы. Был сара “Демография” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Уҡыу быйыл башлана. Проект 6 йылға иҫәпләнгән, һәм ошо ваҡыт эсендә йәмғеһе 9 мең кеше өҫтәмә һөнәр аласаҡ. Йыл һайын был маҡсатҡа 108,8 млн һум аҡса бүлеү ҡаралған. Белем биреү 100 һөнәр буйынса алып барыласаҡ. Улар эсенә кондитр, икмәк бешереүсе, кондуктор, диспетчер, кассир, ландшафт дизайнеры, машинист, йәшелсәсе, токарь, иретеп йәбештереүсе һәм башҡа эшсе һөнәрҙәре инә. Уҡыу оҙайлығы – 3 ай, бер кешегә уртаса дәүләт сығымы 68,5 мең һум тәшкил итә. Программала, дәүләт һәм муниципаль ойошмаларҙан тыш, барлыҡ юридик хоҡуҡлы предприятиялар һәм шәхси эшҡыуарҙар ҡатнаша ала.


“Башинформ” агентлығы фотоһүрәте.



Читайте нас: